1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө менэн

Башҡорт теле көнө менэн

Декабрь 14, 2020 Просмотров: 43

14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Байрамдың инициаторы булып, шулай уҡ 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны. Был көндә  башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә.